Белоруссияла Башҡорт шиғриәте антологияһы донъя күрҙе
Минскиҙа «Ляці, мая страла!» («Ос, уғым!») китабы донъя күрҙе. Белорус телендә баҫылған башҡорт шиғриәте антологияһына Салауат Юлаев, Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим әҫәрҙәре менән бер рәттән, заманыбыҙҙың билдәле ҡәләм оҫталары Рәшит Шәкүр, Гөлфиә Юнысова, Ҡәҙим Аралбай, Марат Кәримов, Марсель Сәлимов, Хәсән Назар, Рауил Шаммас, Гүзәл Ситдыҡова, Гөлнур Яҡупова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Әнисә Таһирова, Йомабикә Ильясова, Зөһрә Ҡотлогилдина, Тамара Искәндәриә, Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина, Алмас Шаммасов, Гөлназ Ҡотоева, Светлана Чураева һәм башҡаларҙың шиғырҙары тупланған.
«Башҡортостан һәм Беларусь республикаларының ижади йәштәре араһында хеҙмәттәшлектең үҫеүе бик ҡыуаныслы, — тип яҙҙы үҙенең инеш һүҙендә Беларусь Яҙыусылар союзы рәйесе Алесь Карлюкевич. — Белорус теленә тәржемә ителгән хәҙерге башҡорт прозаһы антологияһын баҫмаға әҙерләйбеҙ. Һис шикһеҙ, башҡа ижади башланғыстар ҙа тормошҡа ашырылыр, улар белорус уҡыусыларын башҡорт яҙыусыларының билдәле хеҙмәттәре менән таныштырыр. Быларҙың барыһы ла халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты үҫтерә.
Белорус телендә яңғыраған башҡорт поэзияһы антологияһын Беларусь яҙыусылары Алесь Карлюкевич һәм Рагнед Малаховский әҙерләгән.
2023 йылда «Башинформ» Төркиәлә башҡорт шиғриәте антологияһының нәшер ителеүе тураһында хәбәр иткәйне.