«Һин, мин һәм бар донъя» сериалы социаль селтәрҙә популярлыҡ яулай20.02.2025

«Һин, мин һәм бар донъя» сериалы социаль селтәрҙә популярлыҡ яулай

Башҡортостандың Кинематографистар союзы башҡорт телен өйрәнеү буйынса «Һин, мин һәм бар донъя» тип аталған веб-сериал өҫтөндә эште тамамлап, уны VK социаль селтәренә һәм Рутубҡа һалды. Сериалды ҡараусылар көндән-көн күбәйә, хәҙер улар 4 меңдән ашыу.


«Веб-сериал 5-7 минутлыҡ 20 сериянан тора. Аудитория башҡорт телен белмәгән һәм махсус шөғөлләнергә мөмкинлеге булмаған, әммә телде еңел һәм аңлайышлы формала үҙләштерергә теләгән 14-35 йәшлек йәштәр өсөн тәғәйенләнгән. Сериал геройҙары Ләйсән (Айсулпан Фәйзуллина) һәм Радмир (Сыңғыҙ Ғиләжев) еңел генә итеп башҡорт теленең үҙенсәлектәре тураһында һөйләй, шулай уҡ йәштәрҙең: «Ни өсөн глобалләштереү, һанлаштырыу быуатында туған телеңде өйрәнергә кәрәк?» тигән төп һорауына яуап бирә. Сериал ярҙамында 300-ләгән һүҙҙе үҙләштереп кенә ҡалмаҫһығыҙ, ә һәр берегеҙҙең тормошонда туған телдең роле тураһында һорауҙарығыҙға яуап алырһығыҙ», — тиелә тасуирламала.


«Үҙ ваҡытында Майя Ҡорбанова менән БСТ телеканалында «Башҡорт телен өйрәнәм» тапшырыуҙар циклын төшөрҙөк, уның йыры бик популяр булып китте. «Өфө» журналында «Башҡорт телен өйрәнәм» рубрикаһын алып барҙым, өлкәндәрҙе башҡорт теленә өйрәттем. Шулай уҡ беҙ Башҡортостан Башлығы грантына «Башҡорт теле: яңы ҡараш» тигән 10 ролик өҫтөндә эшләнек, — ти проект авторы Зөһрә Бураҡаева. — Һеңлем Таңсулпан Бураҡаеваның да үҙенең уҡытыу методикаһы бар. Хәҙер төп бурыс – йәштәрҙең иғтибарын туған телде өйрәнеүгә йәлеп итеү, телде ауыр ҡағиҙәләрһеҙ үҙләштереү өсөн алымдар табыу. Минеңсә, шәп килеп сыҡты».


12+


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-02-19/molodezhnyy-serial-po-izucheniyu-bashkirskogo-yazyka-nabiraet-populyarnost-v-seti-4128710



Вернуться назад