Өфөлә «Ҡурай даны» милли телепремияһын тапшырыу тантанаһы була
Өфөлә «Ҡурай даны» милли телепремияһын тапшырыу тантанаһы була. 13 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында заманыбыҙҙың төп геройҙарының исемдәре иғлан ителә.
Награда үҙ эшенең оҫталарына, һөнәрселәргә, аграрийҙарға, эшҡыуарҙарға, ижади лидерҙарға, шулай уҡ теге йәки был өлкәлә уңышҡа өлгәшкән ғаиләләргә тапшырылып килә.
2024 йыл дауамында БСТ һәм «Ҡурай-ТВ» телеканалдарында тамашасыларҙы дәғүәселәрҙең һәр береһе менән таныштырған тапшырыуҙар эфирға сыҡты. Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренән торған эксперт комиссияһы аҫылташтар менән биҙәлгән «Ҡурай даны» көмөш миҙалы хужаларын һайлай. Байрамды башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Рәсүл Ҡарабулатов, Иҙел Нурғәлин, Айгөл Һағынбаева, Заһир Иҫәнсурин, «Рух» һәм «Бишбармаҡ» төркөмдәренең сығыштары биҙәй.
– «Ҡурай даны» милли телепремияһы 2018 йылда «Ҡурай-ТВ» йыр-моң телеканалы башланғысы менән булдырылды. Төп маҡсат — үҙ эшендә уңышҡа өлгәшкән замандаштарыбыҙҙы асыҡлау һәм башҡаларға танытыу, шулай уҡ башҡорт телен, мәҙәниәтен пропагандалау, һаҡлау, популярлаштырыу, халыҡ традицияларын, һөнәрҙәрен үҫтереү, – тип хәбәр итте телеканалдың баш мөхәррире Зилә Баймырҙина.
2024 йылда телепремияға 27 ҡатнашыусы — «Ҡурай» телеканалы тамашасылары тәҡдим иткән замандаштарыбыҙ күрһәтелде. Был юлы «Ҡурай даны» милли телепремияһы алты номинацияла уҙғарыла: «Ер кешеһе», «Ҡул оҫтаһы. Ҡатын-ҡыҙҙар», «Ҡул оҫтаһы. Ир-егеттәр», «Иң яҡшы ауыл фельдшеры», «Миһырбанлы ғаилә», «Иң яҡшы ауыл хакимиәте башлығы».
12+