14 февралдә Башҡортостанда Китап бүләк итеү көнөн үткәрәләр14.02.2025

14 февралдә Башҡортостанда Китап бүләк итеү көнөн үткәрәләр

Башҡортостанда «Китапты һөйөү менән бүләк итегеҙ» акцияһы башлана. Уны З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан филиалы һәм республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә ойоштора.


14 февралдә донъяның 40-тан ашыу илендә Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө билдәләнә. Йыл һайын республикабыҙ халҡы был акцияға әүҙем ҡушыла.


Акция барышында йыйылған китаптар «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан филиалына, ә артабан Һуғыш ветерандары өсөн республика клиник госпиталенә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә тапшырыла.  


14 февралдән 23-өнә тиклем китаптарҙы «Китап» ҡабул итеү пункттарына килтерергә мөмкин. 2022 йылдан да алдараҡ нәшер ителмәгән, яҡшы тороштағы баҫмалар баш ҡалабыҙҙа түбәндәге адрестар буйынса ҡабул ителә:


«Китап» магазины, Ленин урамы, 26;


«Китап» киоскы, Туҡай урамы, 46;


 «Китап» нәшриәте, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13.


Уҙған йылдарҙа акция барышында Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге, шулай уҡ Учалы, Күмертау ҡалаларында һәм Күгәрсен районында балалар өсөн ғаилә тәрбиәһе үҙәктәренә китаптар йыйылды.


Бынан тыш, Рәсәй клиник онкология йәмғиәте (RUSSCO) ағзалары менән берлектә Республика клиник онкология диспансеры өсөн бик күп китаптар тупланды. Бындай башланғыстар китап уҡыу мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, айырым иғтибарға һәм хәстәрлеккә мохтаж кешеләрҙең рухын да күтәрә, тип хәбәр итте «Башинформ»ға акцияны ойоштороусылар.


 6+


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-02-13/v-bashkirii-14-fevralya-otmetyat-den-knigodareniya-4120870



Вернуться назад