«Башинформ»дың әҙәби мөхәррире «Гипертекст» әҙәби премияһының ярымфиналына сыҡты
«Башинформ»дың әҙәби мөхәррире Алик Шакиров «Гипертекст» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһының «Рус теленә тәржемә» номинацияһында ярымфиналға сыҡты. Ул премияға Ғаян Лоҡмановтың «Ағын һыу» повесть һәм хикәйәләр йыйынтығын тәржемәләгән өсөн тәҡдим ителде.
Әҙәби гәзиттә Александр Чаковский исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәби премияһының оҙон исемлеге баҫылған. Ярымфиналсылар араһында «Ирәндектең күк ташы» китабы өсөн Өфө яҙыусыһы Айҙар Хөсәйенов та бар. Ул башҡорт халыҡ йырҙарын тәржемә иткән.
Премияның ҡыҫҡа исемлеге мартта иғлан ителә. Лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы майҙың икенсе яртыһында Мәскәүҙә була.
А.Б. Чаковский исемендәге «Гипертекст» Бөтә Рәсәй премияһын «Әҙәби гәзит» Президент мәҙәни башланғыстар фонды булышлығында үткәрә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Өфөлә башҡорт яҙыусыһы, фронтовик Ғаян Лоҡмановтың 100 йыллығына уның «Ағын һыу » китабы нәшер ителеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Тәржемә авторы – Алик Шакиров.