Республикала «Тамға-2025» халыҡ-ара башҡорт костюмы конкурсы башлана
15 февралдә «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының беренсе, әҙерлек этабы башлана. Был этапта уҡытыу семинарҙары һәм оҫталыҡ кластары ойошторола. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында тарих һәм этнография өлкәһендәге эксперттар, оҫта-реконструкторҙар бар, шулай уҡ уҙған йылдарҙа ҡатнашыусылар үҙ тәжрибәләре һәм белемдәре менән уртаҡлаша.
Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл конкурс биш номинация буйынса үткәрелә. Унда оҫталар, реконструкторҙар, костюмдар буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, кейем тегеү ательеһы, профилле юғары уҡыу йорттарының студенттары саҡырыла.
Ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Милли музей.
Тулыраҡ мәғлүмәт Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында баҫылған.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфөлә 2024 йылда «Тамға» башҡорт костюмы конкурсы еңеүселәре тураһында яҙғайны.