Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллиндың әсәһе вафат
Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин ауыр юғалтыу кисерҙе. Уның әсәһе Гөлнур Барый ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күсте. Йырсы күңелһеҙ яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашты. Мәрхүмәне Илеш районының Яңы Сәпәш ауылында һуңғы юлға оҙаттылар.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйебеҙ, Ғиззәтуллина Гөлнур Барый ҡыҙы, бөгөн беҙҙе ташлап китте», – тип яҙҙы йырсы һәм битараф булмаған кешеләргә ярҙамы итеүҙәр өсөн рәхмәт әйтте.
Апрель айында Гөлнур Ғиззәтуллинаға 70 йәш тулған булыр ине. Ул оҙаҡ йылдар мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусы булып эшләй. 2000 йылда «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсында еңеү яулай. Өс балаға – ике улға, бер ҡыҙға ғүмер биргән. Шиғырҙар һәм хикәйәләр авторы булараҡ та танылған. Ҡайһы бер шиғырҙарына улы Рөстәм Ғиззәтуллин көйҙәр ижад иткән.
«Башинформ» агентлығы Ғиззәтуллиндар ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Бынан алда Нефтекама ҡалаһында Тәфкил хәҙрәт Ғилимшиндың вафат булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.