Республикала башҡорт атын данлап яҙылған гимн һайлайҙар
Башҡортостанда башҡорт атын данлап яҙылған гимнға конкурс башланды.
Башҡорт аты тураһында гимнды физик һәм юридик шәхестәр, йәмәғәт берекмәләре, профессиональ һәм үҙешмәкәр композиторҙар, шағирҙар, музыкаль һәм башҡа коллективтар, ижади союздар, студиялар яҙа мөмкин. Еңеүсегә бүләк – башҡорт тоҡомло ат.
Конкурсҡа тәҡдим ителгән гимндың тексы дәүләт телдәренең береһендә – рус йәки башҡорт телендә, автор әҫәре булырға тейеш. Музыкаль композиция 5 минуттан ашмаҫҡа тейеш. Сифатлы аудио/видео материалдар ҡабул ителә.
«Башҡорт аты — Башҡортостандың милли символы. Баймаҡ районы фермеры Илнур Биктимеров беҙгә конкурс үткәреү идеяһы менән мөрәжәғәт итте. Беҙ уны хупланыҡ, положение әҙерләнек, профессиональ жюри ағзаларын йыйҙыҡ», — тип билдәләне «Башҡорт аты» ғилми-тикшеренеү институты» ойошмаһы директоры Руслан Ғиззәтуллин.
Еңеүсе йырға авторлыҡ хоҡуғын «Башҡорт аты» ғилми-тикшеренеү институтына тапшыра. Тулыраҡ – конкурс тураһында положение беркетелгән файлда.
Эштәр 2025 йылдың 1 мартына тиклем ҡабул ителә. Конкурс һөҙөмтәләрен иғлан итеү, еңеүселәрҙе һәм ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы 2025 йылдың мартында була. Конкурс еңеүселәре 2025 йылда «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестиваленең концерт программаһында ҡатнаша.
Конкурсты «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты» ойошмаһы, Башҡортостандың «Туризмды үҫтереү үҙәге» ойошмаһы, Йылҡысылыҡты үҫтереү ассоциацияһы һәм «Ҡыпсаҡ» крәҫтиән-фермер хужалығы.