Өфөлә ике театр боҙҙа эстафетала көс һынаша03.02.2025

Өфөлә ике театр боҙҙа эстафетала көс һынаша

3 февралдә «Динамо» стадионында «Араларҙа боҙҙар ирей» эстафетаһы ойошторола. Унда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ҡатнаша.


– «Араларҙа боҙҙар ирей» — үҙеңдең физик һәләтеңде күрһәтеү генә түгел, шулай уҡ байрам мөхитенә сумыу мөмкинлеге лә, — ти ойоштороусылар. — Был сарала төрлө йәштәге һәм кимәлдәге әҙерлекле кешеләр ҡатнаша ала. Унда конькиҙа шыуыу оҫталығын, шулай уҡ команда берҙәмлеген күрһәтергә мөмкин.


Театрҙа белдереүҙәренсә, был көндө теләгән һәр кем килеп, яратҡан театры өсөн янып-көйә һәм боҙҙа шыуа ала, инеү ирекле. Көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.


12+


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-02-03/v-ufe-dva-teatra-srazyatsya-v-estafete-na-ldu-4105811



Вернуться назад