Башҡортостанда бөйөк шағир Шәйехзада Бабичтың 130 йыллығын билдәләнеләр
Башҡортостанда яңы әҙәби йыл бөйөк шағир Шәйехзада Бабичтың 130 йыллығын билдәләүҙән башланды. Бабич хаҡында киләсәк шағиры, тиҙәр, бөгөн ысынлап та шағир ижадының ялҡыны һүрелмәй, йылдар үткән һайын көслөрәк була бара.
Бөгөн шағирҙың нәҫел-нәсәбенең тыуған төйәге Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Бабич рухы һүнмәй, уның иҫтәлектәрен һаҡлаған музей эшләп килә. Музейҙа Бабичевтар ғаиләһенең әйберҙәре, үткән быуаттан һаҡланған шәжәрә һәм башҡа уникаль экспонаттар урын алған.
Музейн эше тыуған яҡты өйрәнеүселәр, шағирҙың туғандары, яҡташтары яҡшы ойошторған, шуларҙың береһе – учреждение етәксеһе Әлфиә Зарипова.
Ҡунаҡтар араһында — бөйөк Шәйехзада Бабичтың ҡәләмдәштәре лә, музейға ҙур бүләк — компьютер алып килгән «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналистары ла бар ине. Сара барышында музей директоры Әлфиә Зариповаға «Ростелеком» компанияһынан интернетҡа тоташтырыу өсөн сертификат тапшырылды.
– Музейҙы бөтә донъя селтәренә тоташтырыу идеяһын хупланыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында техник мөмкинлектәр яҡшы. Был Шәйехзада Бабичтың юбилейына бәләкәй генә бүләк булһын. Әлбиттә, шағирҙың ижади мираҫын популярлаштырырға ярҙам итер тип ышанабыҙ», – тине компанияның техник директоры Илгиз Байкенов.
Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР Яҙыусылар союзы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте музейға китаптар бүләк итте.
Музейҙа сәскәләр һалғандан һуң байрам Мишкә мәҙәниәт үҙәгенең кинозалында дауам итте, унда бөйөк шағирҙың яҡташтары, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары килде. Артабан сараны «Бабич» фильмы, Милли йәштәр театры актеры Илгиз Таһиров осрашыу йәмләне.
«Шәйехзада Бабич ижады ХХ быуат башы әҙәбиәтендә генә түгел, ғөмүмән, башҡорт шиғриәте үҫеше тарихында айырым урын алып тора. Уның ижади ғүмере ни бары 10 йыл самаһы, ә әҫәрҙәренең матбуғатта баҫылыуы ни бары 4-5 йыл ғына дауам итә. Әммә уның ижадының даны Башҡортостан сиктәренән киңерәк таралған», — тип белдерҙе Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.
Мишкә районы хакимиәте башлығы Павел Трапезников сара ҡунаҡтарына ихлас рәхмәт белдерҙе. Улар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһы ағзаһы Әлфиә Байбурина, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, 2012 йылдың етәксеһе, Мишкә районы башҡорттары ҡоролтайының милли-мәҙәни берекмәһе етәксеһе Мөнир Нурисламов, башҡорт шағиры, журналист, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбай, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Нәфира Бабичева, «Бабич» фильмының сценарий авторҙарының береһе Гөлсәсәк Саламатова сығыш яһаны.
Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыллығы айҡанлы байрам саралары йыл дауамында барасаҡ.