БСТ телеканалында «Комбат «Скиф» фильмының премьераһы була
2 февралдә киске сәғәт 7-се яртыла БСТ телеканалында Рәсәй Геройы, «Башҡортостан» полкының А.Зорин исемендәге танк батальоны командиры Андрей Мигуновҡа бағышланған «Комбат «Скиф» фильмының премьераһы күрһәтелә.
Режиссеры – Айгөл Малбаева.
Фильм Башҡортостанда, Андрей Мигунов уҡыған Волгоград өлкәһенең Камышин ҡалаһында, Һамар, Дондағы Ростов ҡалаларында, Луганск Халыҡ Республикаһында төшөрөлгән.
Ижади төркөм билдәләүенсә, был кадрҙарҙа иң ҡиммәтлеһе — бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫлыҡ иҫтәлектәр.
Документаль фильмдың авторы — билдәле тележурналист Гүзәл Хәмитова.
«Скиф» позывнойы ғүмере буйына уның менән бергә булды: хәрби училище курсантынан, Афғанстандан алып Рәсәй Геройы исеменә тиклем. Әммә танк батальоны яугирҙәре өсөн ул һәр ваҡыт «Батя» булды һәм шулай булып ҡалды», — тип билдәләне Гүзәл Хәмитова.
6+