Республикала йәшәүселәрҙе «Атайсал» нәфис фильмына кастингҡа саҡыралар
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Атайсал» нәфис фильмына кастингҡа саҡыралар. Кастинг 9 февралдә – Сибайҙа, 16 февралдә Өфөлә ойошторола.
«Бәйгелә ҡатнашыу өсөн 12-18 йәшлек үҫмерҙәр саҡырыла. Һыбай йөрөй һәм башҡорт телен белергә кәрәк», — тип хәбәр итте ойоштороусылар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» «Атайсал»ға изге эштәр» нәфис фильмы үҫмерҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү, ғөрөф-ғәҙәттәргә ихтирам тәрбиәләүгә йүнәлтелгән тип хәбәр иткәйне. Проект сиктәрендә республиканың гүзәл урындарында, шул иҫәптән Ирәндек һыртында, Баймаҡ районының Назар ауылында, йылҡысылыҡ хужалығы һәм «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале төшөрөлә. Фильмдың сценарийын драматург Шәүрә Шәкүрова яҙған.
— «Атайсал» фильмы – йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән 55 йәшлек Юлайҙың, уның улы Мараттың тормошо һәм Юлайҙың фермаһында эшләп йөрөгән өс үҫмер Айҙар, Рөстәм, Шамилдың мажаралары тураһында ғаилә драмаһы, — тип һөйләне фильмдың режиссеры Рөстәм Шәйхетдинов. — Фильм Башҡортостандың бай мәҙәни мираҫын сағылдыра. Бында хозур тәбиғәт күренештәре һәм йолалар ғына түгел, ә үҙ эшеңә ышаныу һәм дуҫтарыңдың, ғаиләңдең, йәмғиәттең ярҙамы теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, маҡсатыңа өлгәшергә мөмкин икәнлеген күрһәтелә.