«Ашҡаҙар» радиоһы 15 йыллығын билдәләй
«Ашҡаҙар» радиоһы 15 йыллығын билдәләй. Ошо көнгә арналған байрам 7 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында киске сәғәт 7-лә башлана.
«Ашҡаҙар» радиоһын «мәҙәни канал» тип атайҙар. Эфир тулҡындарында радио фондынан төрлө тапшырыуҙар, йырҙар һәм шиғырҙар тыңларға һәм, әлбиттә, бөгөнгө мәҙәни ҡаҙаныштар тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин.
«Ашҡаҙар» радиоһы тәүлек әйләнәһенә башҡорт телендә генә һөйләй. Радио хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың рухи байлығын йыйыу һәм халыҡҡа еткереү буйынса өҙлөкһөҙ эш алып бара. Ошондай файҙалы рухи аралашыу йылдан-йыл әүҙемерәк була бара, ә алда тағы ла ҙурыраҡ пландар бар.
Мәҙәни каналдың 15 йыллығы алдынан «Ашҡаҙар – моңло радио» тигән китап донъя күрҙе. Әле сараға ныҡлы әҙерлек бара. Тамашала Башҡортостан йырсылары һәм әҙиптәре ҡатнаша.
— Был сара радионың сағыу биттәрен, иң иҫтә ҡалырлыҡ мәлдәрен күрергә мөмкинлек бирә. Бер үк ваҡытта «Ашҡаҙар» радиоһының үткәнен иҫкә алырбыҙ, — тип хәбәр иттеләр радионың матбуғат хеҙмәтенән.
6+