Яҙыусы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына почта конверттары сығарыла24.01.2025
Фото: Башҡортостан хөкүмәте

Яҙыусы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына почта конверттары сығарыла

Башҡортостанда Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына яҙыусы төшөрөлгән маркалы почта конверттары сығарыла. Был хаҡта республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һөйләне.


«Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы Яныбай Хамматов төшөрөлгән конверт сығарырға әҙерләнә, уның тиражы – 50 мең дана», — тине Әминә Шафиҡова башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында.


Әминә Шафиҡова һүҙҙәренсә, конверттарҙың февраль башында нәшер ителеүе көтөлә, беренсе партия Башҡортостанға килә. «Яңыбай Хамматов» почта конвертының презентацияһы һәм почта мисәтен һуғыу тантанаһы 13 февралдә республиканың Милли китапханаһында Федераль почта элемтәһе идаралығы һәм Яҙыусылар союзы ҡатнашлығында була.


Кәңәшмәне алып барған республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Башҡортостанда Яҙыусылар союзына ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне.


«Уҙған йылда ойошма урынлашҡан бинаны реконструкциялау эштәре башланды. Яңыраҡ республика Башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш эштәренең барышы менән танышты һәм Яҙыусылар союзы ҡаршыһында аллея булдырыу пландары менән уртаҡлашты. Яңыртылған бина һәм аллея «Китап байрамы» фестивале барышында асыла. Быйыл тағы ла бер сағыу ваҡиға көтөлә.  Күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле Указға ҡул ҡуйҙы», — тине Урал Килсенбаев.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-01-23/k-100-letiyu-pisatelya-bashkirii-yanybaya-hammatova-vypustyat-pochtovye-konverty-4094885


 



Вернуться назад