Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар тураһында йырҙың премьераһы булды24.01.2025

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар тураһында йырҙың премьераһы булды

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республиканың атҡаҙанған артисы, Сибай концерт-театр берләшмәһе солисы, махсус хәрби операция яугире Фларид Бирғәлин башҡарыуында яңы йыр сығыуы хаҡында хәбәр итте.


«Сибай артистары «Шайморатов генерал» йырын йырлай-йырлай яуға китте һәм күптәрҙе илебеҙ һағына баҫырға дәртләндерҙе. Бөгөн улар хаҡында йырҙар ижад итәләр...», — тип яҙҙы Әминә Шафиҡова.


Барлыҡ музыкаль майҙансыҡтарҙа «Йәш егеттәр дәррәү күтәрелде» йырының (Рима Баймырҙина һүҙҙәре, Эмил Абдрахманов көйө) премьераһы булды.


«Был йыр минең өсөн яугирҙәребеҙҙең гимны кеүек яңғырай. Быйыл күптән көтөлгән тыныслыҡ килер тип өмөтләнәбеҙ, — тип яҙҙы Фларид Бирғәлин. — Йыр 2024 йылда сығырға тейеш ине, ләкин яҙмыш үҙе 2025 йылды һайлаған, күрәһең. Ә йыр 2023 йылдың сентябрендә тыуҙы. Миңә ошо йырҙы бүләк иткән өсөн «Яңы Йыр» студияһынан Эмиль Абдрахмановҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Уны оҙаҡ ҡына яҙҙыра алманыҡ, үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, шарттар мөмкинлек бирмәй. Был матур йыр өҫтөндә оҙаҡ эшләнек! Бына шундай тарих!»


Йырҙы һылтанма буйынса тыңларға мөмкин.


https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-01-24/v-bashkirii-sostoyalas-premiera-pesni-ob-uchastnikah-svo-4095116



Вернуться назад