Өфөлә шағирә Факиһа Туғыҙбаеваның 75 йыллығы уңайынан түңәрәк өҫтәл үткәрелә
Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана һәм Яҙыусылар союзы менән берлектә халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған «Фатихамды бирәм һиңә» тигән түңәрәк өҫтәл үткәрә.
Факиһа Туғыҙбаева 1950 йылдың 1 ғинуарында Бүздәк районының Бәләкәй Ҡаңны ауылында тыуған. «Башҡортостан пионеры» гәзите, «Пионер» журналы редакцияһында эшләгән. 1991-2010 йылдарҙа – «Аҡбуҙат» журналының беренсе баш мөхәррире. Ул 25-тән ашыу шиғри йыйынтыҡ, балалар өсөн 10-дан ашыу йыйынтыҡ авторы. Китаптары башҡорт, рус, татар, төрөк телдәрендә донъя күргән.
Түңәрәк өҫтәл эшендә Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Гөлфиә Юнысова, Марсель Сәлимов, Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Кәримова, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, яҙыусылар һәм шағирҙар Фәрзәнә Аҡбулатова, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Миңлегөл Хисамова, әҙәбиәтселәр Зәки Әлибаев, Фәнзил Санъяров, Флүр Сибәғәтов ҡатнаша.
«Фатихамды бирәм һиңә» түңәрәк өҫтәле сиктәрендә Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның тормошона һәм ижадына арналған күргәҙмә ойоштора. Экспозицияға Әҙәбиәт музей фондынан авторҙың документтары, фотоһүрәттәре, шәхси әйберҙәре һәм китаптары ҡуйыла. Был материалдар Факиһа Туғыҙбаеваның тормош юлын, уның шиғри мираҫын һәм башҡорт поэзияһын үҫтереүгә индергән өлөшөн тәрәнерәк аңларға ярҙам итәсәк.
Шулай уҡ Милли китапхана Факиһа Туғыҙбаеваның «Яҡты, ялҡынлы ижад. Халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваға – 75 йәш» тигән китаптар күргәҙмәһен әҙерләй.
6+