Айгиз Баймөхәмәтов — Ҡаҙағстандың хөрмәтле яҙыусыһы
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов «Ҡаҙағстандың хөрмәтле яҙыусыһы» исеменә лайыҡ булды. Алматы ҡалаһында Ҡаҙағстан Яҙыусылар союзының 90 йыллығына арналған тантаналы сарала башҡорт яҙыусыһына әҙәбиәткә индергән өлөшө өсөн награда тапшырып, хөрмәт йөҙөнән сапан яптылар.
Ҡаҙағстандың Яҙыусылар союзы рәйесе Мереке Кулькенов һүҙҙәренсә, абруйлы исем Ҡаҙағстан рухиәте һәм әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергән кешеләрҙең ижадын таныу, уларға хөрмәт белдереүҙең сағыу дәлиле булып тора.
Башҡорт яҙыусыһының ижады Астанала яҡшы билдәле. Айгиз Баймөхәмәтовтың «Тастамашы, ана!» китабы ҡаҙаҡса 10 тапҡыр донъя күрҙе. Ҡаҙағстанда авторҙың «Әкиәтһеҙ бала саҡ», «Урам балалары», «Алдаҡсы», «Ҡошҡа әйләнермен мин» китаптары тәржемә ителде һәм баҫылып сыҡты. Айгиз Баймөхәмәтовтың ҡаҙаҡ телендә сыҡҡан китаптарының дөйөм тиражы 100 000 дананан ашып китте. Авторҙың әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр Ҡаҙағстан театрҙарында: Станиславский исемендәге Караганда рус драма театрында, К.Жандарбәков исемендәге Жетисай драма театрында (Төркөстан өлкәһе), Күкшетау, Тараз, Шымкент ҡалаларының йәштәр театрҙарында уңыш менән бара.
Айгиз Баймөхәмәтов тәржемәсе булараҡ та билдәле, ҡаҙаҡ яҙыусыларының байтаҡ әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итеп, баҫтырып сығарған. 2018 йылда автор Алматы өлкәһе акимының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгәйне.