Ғәскәров исемендәге ансамбль Кремль һарайында сығыш яһай
11 мартта Кремль һарайында Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты була. Коллектив «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһын күрһәтә.
Тап 1939 йылдың 11 марты коллективтың тыуған көнө тип иҫәпләнә. Был көндө Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәров хәҙер уның исемен йөрөткән башҡорт дәүләт бейеү ансамбленең художество етәксеһе итеп тәғәйенләнгән. Кремль һарайында ансамблдең 85 йыллыҡ юбилейына арналған концерт иҫ китмәле сағыу булмаҡсы.
— Кремль һарайы сәхнәһендә ғәскәровсыларҙың ҙур юбилей концерты көтөлә, — тип һөйләне ансамблдең матбуғат секретары Элиза Сынбулатова. — Беренсе бүлектә башҡорт хореографияһы классикаһы — «Зарифа», «Ете ҡыҙ», «Төньяҡ амурҙары», «Шаян ҡыҙҙар», «Өс туған» һәм Фәйзи Ғәскәров мираҫының алтын фондына ингән башҡа шедеврҙар, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған хореография композициялары күрһәтелә, икенсе бүлектә иһә ғәскәровсылар Рәсәй һәм донъя халыҡтары: ҡаҙаҡ, хорезм, белорус, испан, ҡытай бейеүҙәре менән сығыш яһай.
Ансамблдең тарихы 1939 йылда, талантлы хореограф, Игорь Моисеевтың уҡыусыһы Фәйзи Ғәскәров Башҡортостанда профессиональ бейеү коллективына нигеҙ һалғас башланған. Талантлы хореограф, нескә рәссам Фәйзи Ғәскәров башҡорт бейеүенең асылын тойоп, уны төрлө милләт вәкилдәренә яҡын һәм аңлайышлы итеп һалған.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһы өсөн ЮНЕСКО-ның абруйлы наградаһына – «Биш ҡитға» алтын миҙалына һәм «Донъя илсеһе» дипломына лайыҡ булған. Ансамбль йыл һайын Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара проекттарҙа ҡатнаша, милли мәҙәниәтте һәм сәнғәтте бар донъяға таныта.