Юрий Шатуновҡа Рәсәйҙең халыҡ артисы исемен бирергә тәҡдим ителде
Федерация Советында Юрий Шатуновҡа Рәсәйҙең халыҡ артисы исемен бирергә тәҡдим ителде. Ульяновск өлкәһенән сенатор Айрат Ғибәтдинов Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимоваға шундай мөрәжәғәтен еткергән, РИА Новости агентлығында күсермәһе бар.
Миңә музыканттың иҫтәлеген мәңгеләштереү үтенесе менән МХО-ла ҡатнашыусы мөрәжәғәт итте, илебеҙ граждандарынан да мөрәжәғәттәр килә, тип билдәләне сәйәсмән. «Башинформ» 2022 йылда Рәсәй халҡының Юрий Шатуновҡа үлгәндән һуң «Рәсәйҙең халыҡ артисы» исемен биреү тураһында петиция иғлан итеүе тураһында хәбәр иткәйне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ласковый май» төркөмө солисы, Башҡортостандың Күмертау ҡалаһында тыуып үҫкән Юрий Шатунов 2022 йылдың 23 июнендә Мәскәүҙә ҡапыл арабыҙҙан китеп барҙы. Уға 48 генә йәш ине. Йырсы саҡырыу буйынса килгән ашығыс ярҙам автомобилендә вафат булған. Уға инфаркт тигән диагноз ҡуйылған.