Өфөлә Яҙыусылар союзы скверы булдырыла
Өфөлә Башҡортостандың Яҙыусылар союзы скверы булдырыла. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.
— Уҙған аҙнала беҙ республиканың Яҙыусылар союзы йортонда ремонт эштәре барышы менән таныштыҡ. Мин мөмкинлек табыуҙы һорармын, әйҙәгеҙ Яҙыусылар союзы скверын булдырайыҡ һәм кемгә һәйкәл ҡуйырға мөмкин икәнен ҡарайыҡ, — тип мөрәжәғәт итте республика Башлығы Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевҡа һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Головановаға.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһын төҙөкләндереү эштәрен тамамлау ваҡыты тураһында хәбәр иткәйне. Яҙыусылар союзының яңыртылған йорто «Китап байрамы» фестивалендә асыла.