Башҡортостанда ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам киңәйтелә13.01.2025

Башҡортостанда ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам киңәйтелә

2025 йылдан Башҡортостанда федераль бюджет иҫәбенә «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы киңәйтелә. Был ауылға тағы ла  74 белгесте йәлеп итергә мөмкинлек бирергә тейеш: 30-ы – п республика программаһы сиктәрендә, ә 44-е – ағымдағы йылда башланған федераль программала ҡатнашыу иҫәбенә. Башҡортостан хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ошо турала белдерҙе.


«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» федераль программаһын әҙерләгәндә Башҡортостан тәжрибәһе иғтибарға алынды, тип иҫкә төшөрҙө Әминә Шафиҡова. Беҙҙең республикала бындай программа 2021 йылдан Радий Хәбировтың башланғысы буйынса ғәмәлгә ашырыла. 2021-2022 йылдарҙа Башҡортостан ауылдарында һәм бәләкәй ҡалаларында эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре 500 мең һум аҡсаға дәғүә итһә, 2023 йылдан сумма 1 миллион һумға тиклем арттырылды. Программа эшләгән осорҙа был маҡсатҡа 105 миллион һум бүленгән. Йәмғеһе 150 белгес түләү алған, улар араһында 75 мәҙәни-ял итеү учреждениеһы хеҙмәткәре, 63 балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, 4 китапхана хеҙмәткәре, 8 музей белгесе бар. Уларҙың уртаса йәше – 29.


https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-01-13/v-bashkirii-rasshiryat-podderzhku-selskih-rabotnikov-kultury-4081842



Вернуться назад