Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө халыҡ вәкилдәрен бер майҙанға тупланы бөгөн “Наурыҙ”.Алдан хәбәр итеүебеҙсә, байрам быйыл Затон биҫтәһендәге “ЕврАзия” агропаркында уҙҙы. Биләмәлә бихисап милли ихата булдырылып, уларҙа ҡунаҡтарҙы төрлө халыҡтың милли ризыҡтары, шулай уҡ йыр-моңо, бейеүҙәре менән ҡаршыланылар.
Башҡорт тирмәләрендә һәр кем бауырһаҡ, ҡымыҙ менән һыйланды, үҙен боронғо ҡул эштәрендә һынап ҡараны. Ошонда уҡ Ғафури районынан “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ағзалары “Наурыҙ”ҙы байрам итеүҙең электән килгән үҙенсәлектәрен күрһәтте.
Күркәм сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Зөһрә Рәхмәтуллина, Зариф Байғусҡаров, республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова, милли-мәҙәни берләшмәләр, үҙәктәр вәкилдәре һ.б. килде.
"Наурыҙ" күп милләтле республикабыҙҙа һәм илебеҙҙә күптән инде дөйөм байрамға әйләнгән. Ул - тыныслыҡ, бер-береңде аңлау, күршеңә ихтирамлы мөнәсәбәт билдәһе", - тине Зөһрә Рәхмәтуллина.