Йондоҙ ниңә юғалған?30.03.2019
Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған.

Билдәле эстрада йырсыһының ижадын яратҡан, оло хөрмәт менән ҡараған замандаштарыбыҙ социаль селтәрҙә был хаҡта саң ҡаҡҡан.

Хәлде тикшергәндәр. Баҡтиһәң, ярылған йондоҙҙо махсус ойошма реставрацияға алып киткән булған. Вәғәҙә итеүҙәренсә, ул бер нисә көндән урынына ҡайтарыласаҡ.

Йондоҙ махсус техника менән ҡар таҙартҡанда ярылыуы ихтимал, тип белдергәндәр полиция бүлегендә.


Вернуться назад