Сәхнә яратһаң, бында кил!29.03.2019

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға.

Учалыны таланттар төбәге тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Райондан сыҡҡан билдәле йырсылар, бейеүселәр бөтә республиканы данлай, бихисап ижади коллективтар, ансамблдәр уңышлы эшмәкәрлек итә. 42 коллек­тивтың “өлгөлө”, “халыҡ” исемдәрен йөрөтөүе лә уның абруйын раҫлай.

Кемдер төбәктә йыр-моңға маһир халыҡтың йәшәүен был яҡтарҙың мөһабәт тауҙарға, зәңгәр күлдәргә, ҡуйы урмандарға бай һоҡланғыс тәби­ғәте менән бәйләй. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Әммә тәбиғәттән бирелгән һәләтте үҫтерергә, камиллаштырырға, профессиональ кимәлгә еткерергә лә кәрәк бит әле.

Тап ошо бурыстарҙы ҡалала урын­лашҡан мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уңышлы башҡара. 1972 йылда асылған учреж­дение ул ваҡытта музыка учили­щеһы тип йөрөтөлә. Беренсе йыл өс бүлеккә уҡырға ни бары 50 студент ҡабул ителә. Ике ай эсендә уҡыу йортонда симфоник оркестр һәм хор ойошторола. Бөйөк Октябрь революция­һының 55 йыллығына арналған тантанала учалылар беренсе тапҡыр “йәнле” классик музыка ишетә. Шунан алып уҡыу йорто үҫеш кисерә – яңы бүлектәр асыла, учреждениеның матди-техник базаһы нығына, студенттар һаны арта.

Бөгөн арҙаҡлы шәхес, башҡорт композиторы Салауат Низаметдинов исемен йөрөткән учреждениела “Инструменталь башҡарыу”, “Вокал сәнғәте”, “Яңғыҙ һәм халыҡ йырҙарын баш­ҡарыу”, “Хор менән дирижерлыҡ итеү”, “Биҙәү-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре”, “Хореографик ижад”, “Социаль-мәҙәни эшмәкәрлек” бүлектә­рендә 200-ҙән ашыу студент 12 йү­нәлеш буйынса белем ала. Колледжда шулай уҡ өҫтәмә һөнәр алыу бүлеге лә бар, атап әйткәндә, студенттар параллель рәүештә икенсе шөғөлгә лә эйә була ала.

47 йыл эсендә колледж ике меңдән ашыу белгес әҙерләгән. Улар балалар баҡсаларында, сәнғәт мәктәптәрендә, төрлө уҡыу йорттарында музыканан уҡыта, клубтарҙа, мәҙәниәт усаҡта­рында ижади коллективтарҙы етәкләй. Колледжды тамамлаусылар республикала ғына түгел, унан ситтә лә уңыш­лы эшләй. Уҡыу йорто үҙенең уҡыу­сылары, бөтә республикаға бил­дәле сәхнә оҫталары, мәҙәниәт хеҙмәт­кәрҙәре Диана Ишниязова, Ранис Алтынбаев, Марат Яҡупов, Фәрхәт Хә­кимов, Эльвира Муллағолова һәм баш­ҡалар менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Студенттар һәм уҡытыусылар әүҙем концерт эшмәкәрлеге алып бара, колледжда “Уралым” халыҡ ҡоралдары оркестры, “Камертон” академик хоры, “Ҡойон” бейеү ансамбле һәм башҡа төрлө йүнәлештәге төркөмдәр ойошторолған. Учалылағы бер концерт та, тантана ла улар ҡатнашлығынан тыш уҙмай. Йәш артистар халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика конкурс-фестивалдәрендә үҙҙәрен күрһәтеп, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә. Мәҫәлән, “Ҡойон” халыҡ бейеүҙәре ансамбле йыл һайын “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында алдынғылыҡты бирмәй, “Алтын даға” республика конкурсында “Тере шишмә” фольклор ансамбле гран-при яулай.

Заман менән бергә атлаған уҡыу йортонда төплө белем алыу өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Колледждың “Рәсәйҙең төп мәҙәни учреждениелары” милли реестрына индерелеүе лә күпте һөйләй.

Студенттарҙы юғары квалификациялы, тәжрибәле уҡытыусылар була­саҡ һөнәр серҙәренә төшөндөрә. Бигерәк тә Зифа Вәлиеваның, Дилара Сәхәүетдинованың, Любовь һәм Александр Беляевтарҙың, Юлиә менән Тәф­тизән Зәйнәшевтәрҙең һөҙөмтәле һәм уңышлы эшмәкәрлеген телгә алмау мөмкин түгел.

Колледжда милли традицияларҙы һаҡлауға, өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә. Ижади коллективтар фольклор байрамдарында, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша, “ Биҙәү-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре” бүлегендә уҡыу­сылар эштәрен төрлө күргәҙмәләргә сығарып, тәжрибә туплай.
Дәрестәрҙән тыш, студенттар ҡыҙыҡлы һәм файҙалы тормош алып бара – спорт менән шөғөлләнә, район, республика кимәлендәге сараларҙа, ирекмән хәрәкәттәрендә ҡатнаша.

Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт коллед­жының матди-техник базаһы ла ныҡлы. Ике уҡыу корпусынан торған учреждениела хореография, ҙур һәм бәләкәй концерт залдары, компьютер класы, китапхана, буфет, медицина һәм социаль-психологик ярҙам күрһәтеү бүлмәләре бар. Ситтән килеп белем алған студенттар уңайлы шарттар тыуҙырылған дүрт ҡатлы ятаҡта йәшәй.

Күптән түгел уҡытыусылар һәм уҡыусылар шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе – уҡыу йорто өр-яңы транспортлы булды. Егерме бер пассажир һыйҙы­рышлы “Мерседес-Бенс” автобусы Башҡорт­остан Мәҙәниәт министрлығы тарафынан бүленде.

Уҡыу йортоноң үҙ транспорты булыуы йәштәргә һөнәри йүнә­леш биреү эшен тағы ла киңерәк йәйелдереү, йәнләндереү өсөн этәргес буласаҡ.
– Мәҙәниәт министрлығының, муниципаль район хакимиәтенең һәр ваҡыт хәстәрлеген тоябыҙ, колледж корпустары даими ремонтланып тора – һуңғы бер нисә йылда тәҙрәләр, ҡыйыҡ яңыртылды, энергияны эко­номиялаған яҡтыртҡыстар ҡуйылды, музыка ҡоралдары һатып алынды, – ти алты йыл директор бурыстарын үҙ иңендә тартҡан талапсан, эшлекле етәксе Айгөл Ғимазитдинова.

Ысынлап та, уҡыу йорто эстән дә, тыштан да балҡып ултыра, ә йәй етһә, уның алды гөл-сәскәгә күмелә.
– Беҙҙә төплө белем алып, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә эшләргә теләгәндәр өсөн һәйбәт шарттар тыуҙырылған. Уҡыу йортоноң абруйын күтәреү, матди базаһын нығытыу, уҡыу процесын камиллаштырыу маҡса­тында артабан да тырышасаҡбыҙ, – ти Айгөл Хәмиҙулла ҡыҙы.


Вернуться назад