Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...27.03.2019
Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре дауам итә: Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәгән һәм ижад иткән рәссам Валериус (Валерий Иванов) йәнә тыуған ҡалаһында.

Ул үҙенең социаль проектына ярашлы балаларға һүрәт төшөрөү серҙәрен өйрәтә. Был юлы күмәкләп Ҡоштар көнөн ҡаршы алырға әҙерләнеп, төрлө материалдан (таҡта, фанера, ҡатырға) яһалған сыйырсыҡ ояларын сағыу буяуҙар ярҙамында биҙәнеләр.

Валериус йәш рәссамдарға йылы яҡҡа осҡан ҡоштарҙың барыбер үҙ ояһына кире ҡайтыуы, ҡорған нигеҙен ташламауы, ошонда бала сығарыуы хаҡында һөйләне, кешеләрҙең дә изге төйәгенән, Ватанынан ситкә китмәҫкә тейешлеген төрлө тормошсан миҫалдар аша раҫланы.

Йәш оҫталарҙың бөтөн күңелен һалып буяған ояларына тиҙҙән сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр, моңло йырҙарын һуҙыр.


Вернуться назад