Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә асылды. Унда район һәм ҡалала тамашасыларҙың оло һөйөүен яулаған халыҡ театрҙары ҡуйған спектаклдәрҙән күренештәр мәңгеләштерелгән.
Фотокүргәҙмәне асыуҙа халыҡ театры артистарын сәхнәгә әҙерләп, сағыу образдар тыуҙырыуға күп көс һалған режиссер, әле хаҡлы ялдағы Фәрзәнә Байғотлина, ролдәрен оҫта башҡарып, халыҡ һөйөүен яулаған Мөнир Маннапов, Рәмзиә Романова, мәғариф ветерандары Сәкинә Иҫәнғолова, Тәнзилә Ишембәтова, Светлана Асҡарова, билдәле фотограф, ошонда ҡуйылған күп хеҙмәттәрҙең авторы Рәүил Иҫәнов һ.б. ҡатнашты.
Ҡунаҡтар әйтеүенсә, заманында театр донъяһы уларҙың булмышын тулыһынса яулап алған.
– Сәхнә менән йәшәнек, унан көс, илһам алдыҡ. Төп эшебеҙҙе лә яраттыҡ, тамашасыларыбыҙҙы ла гелән һөйөндөрөп торҙоҡ, – тип йылы иҫтәлектәргә бирелде хаҡлы ялдағы һәүәҫкәр артистар.
Ә хәтирәләр икһеҙ-сикһеҙ... Сәхнәләге, гастролдәр ваҡытындағы төрлө хәлдәрҙе көлөп тә, һағышланып та иҫкә алды өлкәндәр.
Улар бай йөкмәткеле, матур кисә үткәргәндәре өсөн Баймаҡ үҙәк китапханаһы директоры Зилә Мортазинаға һәм хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәт белдерҙе.