Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ27.03.2019
Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт эстрадаһының үҙенсәлекле вәкиле Зәйнетдин, йәғни Заһир Зәйнетдинов йәш булыуына ҡарамаҫтан, ошо арала икенсе тапҡыр үҙенең концерты менән “Башҡортостан” дәүләт тамаша залын тултырырға йыйына. Ошо һәм башҡалар хаҡында “Рәсәй-Башҡортостан” телерадиокомпанияһында матбуғат конференцияһы үтте.

Журналистарҙы тәү сиратта Заһир Зәйнетдиновтың 29 март буласаҡ концертын һуңғыһы тип атауы һәм сәхнәнән китеүе хаҡында хәбәре ҡыҙыҡһындырҙы.

– Ике йыл эсендә 200 концерт бирҙек, 8 илде урап сыҡтыҡ, бар Рәсәй буйлап гастролдәр ойошторолдо. Артабан яңы йүнәлеш буйынса хәрәкәт итәсәкбеҙ. Бының өсөн таяныр нигеҙебеҙ, тәжрибәбеҙ бар, – ти Заһир.

“Зәйнетдин” проектының концерт директоры Реналь Әбеҙгилдин социаль селтәрҙәрҙә #ЗәйнетдинТаланттарЭҙләй хэштегы аҫтында үткән бәйге хаҡында һөйләп ишеттерҙе. Уның һүҙҙәре буйынса, бер нисә онлайн тур үтте. Тағы бер этаптан һуң иң-иңдәр һайлап алынып, улар менән килешеү төҙөләсәк, йәғни “Зәйнетдин” лейблы үҙ эшен башлаясаҡ. Лейблдың маҡсаты – төрлө төпкөл төбәктәрҙәге һәләттәрҙе эҙләп табыу, уларға үҫергә, ҙур сәхнәләргә сығырға мөмкинселек биреү.

Тағы бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерҙе егеттәр: киләсәктә Заһир берәй сит илгә бер яҡҡа ғына билет алып осасаҡ һәм унда музыкант булып йәшәп, кире ҡайтырға аҡса эшләйәсәк. Үҙенә күрә ҡыҙыҡлы ғына проект булмаҡсы.

“Радик Юлъяҡшин хаҡында фильм төшөрҙөләр. Заһир Зәйнетдинов хаҡында ҡасан фильм булыр?” тигән һорауға яуап та иғтибарҙы йәлеп итә: баҡтиһәң, тиҙҙән Зәйнетдиндең шаршау артындағы тормошо хаҡында онлайн-сериал төшөрөлә башлаясаҡ.

Матбуғат конференцияһының тағы бер мөһим мәле: Заһирҙың бер туған ҡустыһы, әлеге мәлдә Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында тәржемәсегә уҡып йөрөгән Салауат ағаһы хаҡында “Зәйнетдин. Шаршау артында” исемле китап яҙған икән. Китап хаҡында киң йәмәғәтселеккә бөгөн генә билдәле булды, теләүселәр уны “Зәйнетдин” проектының концертында ҡулға төшөрә ала.


Вернуться назад