Сәнғәтте яратҡандар27.03.2019

Бөгөн – Халыҡ-ара театр көнө.

Ерҙең ҡояшлы яғында йәшәй.

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн бөгөнгө байрам ҡәҙерле, бигерәк тә быйылғыһы – Рәсәйҙә театр йылы тип иғлан ителгән һәм дә Башҡорт театры үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән йылда.


Бәхетленең байрамы бер көндә тигәндәй, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы өсөн дә быйылғы йыл яңы спектаклдәргә, ижади сә­фәрҙәргә – гастролдәргә һәм дә фестивалдәргә бай.

Юбилей йылын коллектив февраль айында Мәскәүҙең А.С. Пушкин исемендәге театрҙың төп сәхнәһендә гастролдәр менән башланы. Илдең баш ҡалаһында өс спектакль һәм бер театрлаштырылған тамаша ҡуйҙыҡ, гастролдәрҙә 90-дан ашыу кеше ҡатнашты. Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәшәүселәргә режиссер Айрат Абушах­мановтың “Зөләйха күҙҙәрен аса” (Г. Яхина романы буйынса, Я.Пулинович инсц.) һәм “Шәүрәкәй” (М. Буранғолов), Илсур Ҡаҙаҡбаевтың – Айгиз Баймөхә­мә­товтың “Ҡалдырма, әсәй!” повесы буйынса сәхнәләш­терелгән “Хыялға ҡаршы” спектаклдәре һәм “Сәмле ярыш-баттл!” исемле театрлаштырыл­ған концерт тәҡдим ителде. Театрҙың художество етәксеһе Олег Закир улы Ханов был ижади сәфәр тураһында: “Мәскәү гастролдәре беҙҙең театрҙың йөҙ йыллығы уңайынан үтәсәк сараларҙа мөһим урын алып тора. Баш ҡалабыҙға сәфәребеҙ тотош коллектив өсөн дә байрам булды, беҙ гастролдәр ваҡытында тамашасыларыбыҙҙы башҡорт профессиональ театрының бөгөнгө ижады менән таныштырып ҡына ҡалманыҡ, ә яҡташтарыбыҙ менән осраштыҡ, аралаштыҡ – был сәфәр беҙҙең күңелдәрҙә ҡәҙерле миҙгелдәр булып иҫтә ҡаласаҡ”, – тине.

“Зөләйха күҙҙәрен аса” спектакле гастроль репертуарын ғына түгел, ә “Алтын битлек” Рәсәй милли театраль фестивале афишаһын да асыусы спектаклдәрҙең береһе булып торҙо – гастроль ваҡытында фестивалдең баһалама ағзалары ла спектаклде ҡараны. Мәғлүм булыуынса, был спектакль “Алтын битлек” Рәсәй милли театраль премияһына алты номинацияла дәғүә итә: “Ҙур формалағы спектакль”, “Режиссер эше” (Айрат Абушахманов), “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” (Римма Ҡаһарманова), “Рәссам эше (Альберт Нестеров), “Костюмдар буйынса рәссам эше” (Альберт Нестеров), “Рәссам-яҡтыртыусы эше” (Илшат Саяхов).

Әйткәндәй, “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектакленең быйыл ижади бәйгеләрҙә ҡатнашыу йылы – был сәхнә әҫәре май айында Өфөлә VII Халыҡ-ара “Туғанлыҡ” төрки телле театрҙар фести­валендә, июнь айында – Ҡазанда “Науруз” Халыҡ-ара театр фестивалендә һәм Ырымбурҙағы “Гостиный двор” фестивалендә күрһәтеләсәк, шулай уҡ Грозный ҡалаһында үтәсәк Бөтә Рәсәй “Федерация” милли театрҙар фести­валенә лә саҡырыу алды.

Ә бер аҙнанан коллектив йәнә юлға сығасаҡ – был юлы Ҡазанға!.. Апрель башында алмаш гастролдәребеҙ, һәр ваҡыттағыса, Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнә­һендә үтәсәк. Гастроль репертуарында – һуңғы йылдарҙа донъя күргән сәхнә әҫәрҙәре: “Урал батыр” (Башҡорт ха­лыҡ эпосы буйынса, ҡуйыусы режис­сер – Андрей Борисов), Айрат Абушах­мановтың “Зөләйхә күҙҙәрен аса” спектакле (Гүзәл Яхина романы буйынса, Ярослава Пулинович инсц.), Алмас Әмировтың “Баллы, тирәкле Балтирәк” лирик комедияһы (А. Ишбулдина), Илсур Ҡаҙаҡбаевтың “Һөйәһеңме-һөймәй­һеңме…” трагикомедияһы (Флорид Бүләков), Олег Хановтың “Иң бәхетле төн” мелодрамаһы (А.Касона), “Бәхет хаҡы” (Х. Мөҙәрисова, ҡуйыусы режиссер – Айрат Абушахманов).

Көҙ айҙарында иһә театрҙың 100 йыллығы уңайынан гастролдәр Санкт-Петербург һәм Ырымбур ҡалаларында ла үтәсәк, шулай уҡ Ҡаҙағстан тарафтарына ла ижади сәфәрҙәр күҙаллана.

Быйылғы ижад миҙгелендә (октябр­ҙән алып) өс спектакль донъя күрҙе: башҡорт халыҡ эпосы буйынса “Урал батыр” (режиссеры – А.С.Борисов), Урал Ғәлиев әҫәрҙәре буйынса “Мин – Ма­рат” (режиссеры – А.Ә. Абушахманов) һәм С. Айытматовтың “Сыңғыҙхан­дың аҡ болото” (режиссеры – М.Г. Күлбаев).

Әлеге ваҡытта ла әүҙем эш бара – Ай­рат Абушахманов Ҡадир Даяндың “Таңсулпан” пьесаһы нигеҙендә спектакль әҙерләй, Илсур Ҡаҙаҡбаев – Г. Иб­сендың “Гедда Габлер”, ә Фирғәт Ғарипов Салауат Әбүзәрҙең “Бомба” пьесалары өҫтөндә эшләй.

27 март Халыҡ-ара театр көнө уңа­йынан байрам программаһы әҙерләнек: Көндөҙгө 11-ҙә тамашасыларыбыҙ иғтибарына театр музейында (4-се ҡатта) Арыҫлан Мөбәрәков тураһында фильм күрһәтеләсәк.

Киске сәғәт 6-нан театр фойеһында бөгөнгө репертуарҙа барған спек­такл­дәрҙән театраль костюмдар экспози­ция­һы эшләйәсәк, театр оркестры иң матур көйҙәр уйнаясаҡ, төрлө уйындар, викторина үткәреләсәк.

Сәғәт 7-лә иһә ҙур сәхнәлә “Баллы, тирәкле Балтирәк” (А. Ишбулдина, реж. А.Әмиров) комедияһы күрһәтеләсәк.
“Сәнғәтте яратҡан кешеләр Ерҙең ҡояшлы яғында йәшәй” – бөйөк әҙиптең һүҙҙәренә ихлас ҡушылабыҙ: ҡәҙерле театр һөйөүселәр, рәхим итегеҙ беҙҙең театрға – Ерҙең ҡояшлы яғына!


Вернуться назад