Илһамландырҙы "Илһам"!26.03.2019
Республикала театрҙар фестиваль-марафоны уңышлы дауам итә. Ошо көндәрҙә хәйбуллалар эстафетаны йылайырҙарға тапшырҙы.

Сарала Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина, Хәйбулла һәм Йылайыр райондары хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәкселәре Лариса Мәмбәтова, Андрей Сухов һәм башҡалар ҡатнашты.

Матрай ауылы һәүәҫкәренән тупланған “Илһам” театр коллективы халыҡҡа Г. Зәйнәшеваның “Ғәйфи бабай, өйлән, давай..!” тигән спектаклен күрһәтте. Күңелле тамаша барыһына ла ныҡ оҡшаны, дәррәү алҡыштарға күмелде.


Вернуться назад