"Арғымаҡ" һеҙҙең менән һөйләшеүгә ашыға!25.03.2019
Иғтибар, дуҫтар! Сәғүд Ғәрәбстанының Эр-Рияд ҡалаһында үткән “Күсмәндәр йыһаны” тип аталған халыҡ-ара этнофестивалдә гран-при яулаған “Арғымаҡ” этно-рок төркөмөнә шәхси һорауығыҙҙы бирергә теләйһегеҙме?

Иртәгә, 26 мартта, иртәнге сәғәт 10-да “Башҡортостан” гәзите редакцияһында халыҡ араһында киң танылыу яулаған, донъя, төрки, Рәсәй фестивалдәрендә башҡорт милләтенең милли моңо менән таныштырған төркөм ағзалары менән осрашыу көтә. Рәхим итегеҙ беҙҙең тура бәйләнешкә!

Һорауҙарҙы әле үк яҙырға ла мөмкин. Уларҙы баҫманың электрон почтаһы аша, “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөнә ебәрә, йәки 8 (347) 272-05-43 телефонына шылтыратып әйтә алаһығыҙ.

Ҡыҙыҡлы саранан ситтә ҡалмағыҙ. Рәхим итегеҙ яратҡан төркөмөгөҙ ағзалары менән аралашыуға! Иң ҡыҙыҡлы һорау биргәндәрҙе бүләктәр көтә!

Алға саба “Арғымаҡ”:
Рухы ныҡ, ниәте аҡ!
Ғәме унда – милләттең!
Ырыҫында – ҡеүәте!
Милли ҡот – төп маҡсаты!
“Арғымаҡ” – ул рух аты!
Ҡәлебендә – моң заты!


Вернуться назад