"Тап һеҙ был донъяны изгерәк итәһегеҙ"25.03.2019
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы:
— Республикабыҙҙа 15 меңдән ашыу кеше мәҙәниәт өлкәһендә көс түгә. Тап һеҙ донъяны изгерәк итәһегеҙ, бының өсөн ҙур рәхмәт. Ысынлап та, бөгөнгө тормоштоң тиҙлеге лә юғары, унда ғәҙелһеҙлек тә етерлек. Тик моң, сәнғәт ярҙамында ғына һәр беребеҙҙең нескә күңелебеҙ, йөрәгебеҙ барлығын иҫебеҙгә төшөрәбеҙ, яҡындарыбыҙға тейешле иғтибар бүлә башлайбыҙ. Бында тап һеҙҙең әһәмиәтегеҙ бик ҙур. Бөгөн тамашасы залының алғы рәттәрендә сәнғәт өлкәһе аша Башҡортостандың данын яҡлаусылар ултыра. Һеҙҙең барығыҙға ла яңы быуын артистар тәрбиәләүгә көсөгөҙҙө йәлләмәгәнегеҙ өсөн дә ҙур рәхмәт.


Радий Фәрит улы ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәрен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы, уларҙың урындағы халыҡҡа яҡтылыҡ илтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.

Шулай уҡ төбәк етәксеһе билдәле сәнғәт әһелдәренә һәм республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларында мәҙәниәт усағын һаҡлаусы хеҙмәткәрҙәргә наградалар тапшырҙы. Билдәле актер, режиссер Ә.Абушахманов, виртуоз-музыкант М. Ғәйнетдинов Салауат Юлаев орденын алһа, йырсылар Салауат Фәтхетдиновҡа, Вилдан Яруллинға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде.

Республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан килгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡыуанды.


Вернуться назад