Бай мәҙәниәте һәм сәнғәте менән дан тотҡан республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған концерт бик көслө, сағыу, тулҡынландырғыс сығыштарҙан торҙо.Унда һәүәҫкәр артистарҙан башлап бар донъяла танылыу яулаған Асҡар Абдразаҡов, Роберт Юлдашев кеүек арҙаҡлы моң эйәләренә тиклем бихисап сәхнә оҫтаһы ҡатнашты.
Концертты “Тауыш. Балалар” тапшырыуында финалға сыҡҡан йәш яҡташыбыҙ Ләйсән Золотарева башлап ебәрҙе. Башҡорт милли симфоник оркестры, Милли халыҡ инструменттары оркестры, Дәүләт академия хор капеллаһы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамблдәре, “Ҡурайсы”, “Арғымаҡ” тѳркѳмдәре һәм башҡалар тамашасыларҙы дәрт-дарман ташып торған, рухлы сығыштары менән ҡыуандарҙы.
Сәхнә аша тотош бер дәүер үтте кеүек. Концерттың Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Башҡортостан 24” каналы тарафынан трансляцияланыуы айырыуса мөһим, әһәмиәтле булды. Гүйә, барлыҡ республика халҡы бергә быуат тулҡынында бәүелде.