Фестиваль-эстафета старт алды22.03.2019
Бөрйән районында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналған “Бай тарихлы тыуған яғым!” фестиваль-эстафетаһы башланды.

Сара Ырғыҙлы ауыл Советында старт алды. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Теләүбаева ауыл хакимиәте башлығы Ғаяз Килдейәровҡа фестиваль штандартын тапшырғас, урындағы һәүәҫкәр артистар бай йөкмәткеле концерт менән сығыш яһаны.

Артабан ырғыҙлылар эстафетаны күрше Кейекбай ауыл Советына тапшырҙы.




Вернуться назад