Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында “Башҡорт туйы” спектакле әҙерләнә.Ул республикабыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейына һәм башҡорт драматургияһына нигеҙ һалған Мөхәмәтша Буранғоловтың 130 йыллығына арнала.
Театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Шәүрә Шәкүрова әйтеүенсә, спектакль республикабыҙҙа тиҙҙән үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһын да күҙ уңында тотоп әҙерләнә. “Сит илдән килгән ҡунаҡтарға төбәккә исем биргән халыҡтың тамырҙарына, боронғо мәҙәниәтенә, йолаларына күҙ һалыу, уларҙы тойоу, йыр-моңон ишетеү һәр саҡ ҡыҙыҡ, мөһим”, – ти ул.
Премьера 18, 19 апрелдә була.