Байрамдар тағы ла йәнлерәк үтәсәк20.03.2019
Учалыла мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн “Яҙғы һәм йәйге байрамдар” тип аталған семинар-практикум ойошторолдо.

Унда Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһы доценты, билдәле мәҙәни саралар режиссеры Сергей Лукашин сығыш яһаны.
Семинар-практикумда ҡатнашыусылар Еңеү көнөн, сығарылыш кисәләрен, һабантуйҙарҙы ойоштороу алымдарына төшөндө, шулай уҡ ауыл халҡы өсөн тәғәйенләнгән театрлаштырылған уйын программалары менән танышты.

Семинар аҙағында “Беренсе республика” тарихи фильмы күрһәтелде.


Вернуться назад