Бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәтендә бик матур һәм йылы сара булды: Мостай Кәримдең “Йәләлетдин атай” тип аталған китабының исем туйы үтте.
Унда яҙыусының ҡыҙы – Мостай Кәрим фонды директоры Әлфиә Кәримова, яҙыусының ейәне – фондты ойоштороусы, меценат, эшҡыуар, Тимербулат Кәримов ҡатнашты. Шулай уҡ Өфө ҡалаһы мэры Өлфәт Мостафин, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, яҙыусылар, билдәле журналистар, балалар йорто тәрбиәләнеүселәре, уҡыусылар, студенттар һәм башҡалар булды.
Сара Мостай Кәримдең ошо көндәрҙә вафат булған улы Илгиз Кәримовтың яҡты иҫтәлегенә арналып, бер минут тын ҡалыуҙан башланды. Әйткәндәй, әлеге “Йәләлетдин атай” китабын башҡортсанан урыҫ теленә тап ул тәржемә иткән.
Китап Мостай Кәримдең яҡын дуҫы, фекерҙәше, Өфө ҡалаһының билдәле мэры Михаил Зайцевтың балалар йортондағы хәтирәләренә арналған. Был китап тиҫтә йыл самаһы элек сикләнгән тираж менән донъя күргәйне, әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, әле уны яңынан нәшерләнеләр.
– Бынан 25 йыл элек атайым ошо әҫәрен яҙғайны. Ул уны күңелендә бик оҙаҡ уйлап йөрөттө һәм шул уҡ ваҡытта бик тиҙ яҙҙы. Ауыр 90-сы йылдарҙа улар Михаил Зайцев менән йыш осраша, кәңәшләшә, фекерләшә ине. Улар яҡташтар ҙа булды. Китапта ул – Миша Ҡуянов, балалар йортонда тәрбиәләнгән сағында фронтовик Йәләлетдин менән осрашыуы, уның йоғонтоһо тарихы һүрәтләнә, – тине Әлфиә Мостай ҡыҙы.
Өфө ҡалаһы мэры Өлфәт Мостафин иһә баш ҡалабыҙҙың ике почетлы гражданы – Мостай Кәрим һәм Михаил Зайцевты шәхсән белеүен ғорурланып һөйләне. Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уҙасаҡ саралар тураһында әйтте.
Яңы донъя күргән китап иртәгә үк республиканың барлыҡ китапханалары һәм мәктәптәренә барып етәсәк, тинеләр. Шулай уҡ уны баш ҡала мәктәптәре, китапханалары вәкилдәренә һәм сарала ҡатнашҡан һәр кемгә бүләк иттеләр.