Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 9 марттан 19 мартҡа тиклем Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегендәге Эр-Рияд ҡалаһында “Күскенселәр йыһаны” Халыҡ-ара этнофестивале булды. Был ҙур сарала Рәсәй данын этномузыка һәм этнохит номинацияларында “Арғымаҡ” төркөмө яҡланы.
“Күскенселәр йыһаны” халыҡ-ара этнофестивалдә төркөм этномузыка номинацияһында гран-при яуланы. Беҙҙең музыканттар йырлап ҡына ҡалманы, башҡорт халҡының бай мәҙәниәтен, үҙенсәлеген сағылдырған ҙур программа әҙерләгән ине.
Һәр илдән барлығы кәм тигәндә биш концерт программаһы тәҡдим ителә. Ошондай күп һәм көслө дәғүәселәр араһында “Арғымаҡ” һынатманы.
Егеттәрҙе ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан ижади уңыштар теләйбеҙ!