Белорет районының Шығай ауылында ҡумыҙсылар конкурсы уҙғарылды. Ул Башҡортостан Республикаһының бер быуатлыҡ юбилейына арналып, “100 йыллыҡҡа – 100 ҡумыҙсы” ижади проекты сиктәрендә ойошторолдо. Һәүәҫкәр артистар сығышын билдәле виртуоз-ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов етәкселегендәге абруйлы комиссия баһаланы. Көсөргәнешле ярышта Шығай күп функциялы клубының “Ауаз” ҡумыҙсылар ансамбле гран-при яуланы, беренсе урын 10 йәшлек Риана Ғәлиуллинаға (Шығай) һәм өлкәндәр араһынан Айгиз Сәйетовҡа (Аҙналы ауылы) бирелде. “Наза” (Шығай) һәм “Йәнбикә” (Үткәл ауылы) ансамблдәре лә 1-се дәрәжәләге дипломға лайыҡ булды.