Музей буйлап тарихты эҙләп20.03.2019
Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында республиканың – 100, музейҙың 60 йыллығына арналған “Үткәндәргә табан 100 аҙым” тип аталған квест-уйын үтте. Унда ҡаланың төрлө урта махсус уҡыу йорттары һәм Сибай институты студенттары ҡатнашты.

Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, тарих фәндәре кандидаты Альбина Ярмуллина белдереүенсә, ярышта ҡатнашыусыларға бер үк ваҡытта маршрут карталары бирелә һәм улар билдәләнгән нөктәне (станция) музейҙың залдары буйынса табырға тейеш. Эҙләү барышында төрлө ҡаршылыҡтар аша үтергә һәм ҡайһы бер һорауҙарға яуап табырға ла тура килә.

Квеста киң профилле колледждан “Ғәжәп эштәр” (етәксеһе – Елена Волошина), педагогия колледжынан “Магма” (Фирүзә Дәүләтбаева) һәм Сибай институтынан “Педфак.ru” (Фәриҙә Ғүмәрова) командалары үҙ-ара көс һынашты. Башҡортостандың шанлы һәм данлы тарихына, Сибай ҡалаһының үткәненә, бөгөнгөһөнә бәйле һорауҙар булһынмы, йәиһә музейҙың иң ҡыҙыҡлы экспонатын билдәләүме, тарихи фотоһүрәттәрҙә кемдәр һүрәтләнеүен асыҡлаумы – барыһы ла йәштәр өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды.

Көсөргәнешле ярышта Сибай институты студентттары иң күп мәрәй туплап, еңеүсе булып танылды.

Сара барыһына ла оҡшаны: йәш быуын үткәндәргә йөҙ аҙым аша тарих биттәрен байҡаны, музей экспонаттары менән яҡындан танышты. Иң мөһиме – үткәндәр менән киләсәк осрашты, республиканың, ҡаланың тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу менән бергә ғорурлыҡ хисе лә барлыҡҡа килде.

Еңеүселәрҙең барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.


Вернуться назад