Театр штандарты – Сибайҙа19.03.2019
Театр йылы уңайынан иғлан ителгән Республика милли театрҙар фестиваль-марафоны Урал аръяғы райондарында дауам итә. Кисә эстафетаны баймаҡтарҙан сибайҙар ҡабул итте.

Сарала Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, арҙаҡлы драматург Наил Ғәйетбаев, Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илшат Солтангәрәев, Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Аҡназарова ҡатнашты.

Халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарҙы матур тамаша менән ҡаршы алды. Йолаға ярашлы, ут күршеләр бүләктәр биреште, Баймаҡ районы хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина штандартты сибайҙарға тапшырҙы.

Сибай ҡалаһының ял һәм мәҙәниәт үҙәгендәге театр түңәрәге артистары тамашасы хөкөмөнә Флорид Бүләковтың “Әүхәҙигә дүрт әбей” лирик комедияһын тәҡдим итте. Сығыш барыһына ла ныҡ оҡшаны. Тамашасылар үҙешмәкәр артистар менән бергә рәхәтләнеп көлдө, моңһоуланып, күҙ йәше лә түгеп алды. Театр түңәрәге етәксеһе һәм режиссеры – Фәнил Аҡназаров.

Сибайҙар эстафетаны 22 мартта Хәйбулла районына тапшырасаҡ.


Вернуться назад