Бөтә донъя театр көнө айҡанлы М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры “Бар тормошобоҙ – уйын” исемле капустник әҙерләй.
Егерме йылдан ашыу Йәштәр театры Театр көнөн ошо формала билдәләй. Театр тамашаларын ҡуйыу тураһында беренсе булып беҙҙең эраға тиклем 2500 йылда телгә алына, Мысыр сәхнәһендә Осирис алланың тарихы сәхнәләштерелә. Беҙҙең театр артистары иһә, мифологияға бирелмәй генә был байрамда үҙ тамашасыһын сатирик миниатюралар һәм еңел, шаян сәхнәләштереүҙәр менән ҡыуандырмаҡсы.
Ни өсөн тамашаның исеме Уильям Шекспирҙың үлемһеҙ һүҙҙәренән торғанын һәр кем 27 март көнө капустниктың үҙендә белә ала. Театр көнөнә әҙерлек ҡыҙыу бара, артистар үҙҙәренең үҙенсәлекле сценарийҙары буйынса репетициялар ойоштора һәм тамашасы менән осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтә.