Ижади сәфәрҙәр саҡыра19.03.2019
Мостай Кәримдең тыуыуына 100 тулыу айҡанлы, Милли йәштәр театры «Волшебная мельница» (режиссер М. Күлбаев) мауыҡтырғыс әкиәте менән Башҡортостан буйлап гастролдәргә юллана:
19 март — Күмертау, Ергән.

20 март — ”Химик” мәҙәниәт һарайы.

22-26 апрель — Малаяҙ, Мәсәғүт, Үрге Ҡыйғы, Оло Ыҡтамаҡ, Балаҡатай.

14-16 май — Белорет һәм Әбйәлил райондары.

16 майҙа Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре буйынса премьера көтөлә (режиссер М. Күлбаев).

Анатолий Крымдың әҫәре буйынса ҡуйылған «Левушка» (режиссер М. Күлбаев) лирик комедияһы 28 мартта Учалыла һәм 16 апрелдә Стерлитамаҡ ҡалаһында күрһәтеләсәк. 29 мартта Учалыла М. Бартенев әҫәре буйынса «Бишкә тиклем һанайым» (режиссер М. Күлбаев) исемле балалар өсөн әкиәт ҡуйыласаҡ.

9-12 апрелдә театр коллетивы Пермь ҡалаһына ижади сәфәргә сығасаҡ. Йәштәр театры күрше өлкә тамашасыларын «Алтын болоттоң йоҡлағаны», «Пеппи – оҙон ойоҡ», «Мин– йоҙроҡ. Мин – А-Н-Н-А», «Бишкә тиклем һанайым», «Оскар» спектаклдәре менән таныштырасаҡ.


Вернуться назад