Штандарт баймаҡтарға тапшырылды19.03.2019

Театр йылы сиктәрендә иғлан ителгән Республика милли театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә эстафетаны әбйәлилдәрҙән баймаҡтар ҡабул итте.

Сарала Әбйәлил һәм Баймаҡ районы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары Раян Фәттәхов, Гөлшат Сирғәлина, мәҙәниәт бүлеге етәкселәре Ирек Мусин, Гөлназ Йыһаншина һәм ижади коллективтар ҡатнашты.

Проект һәр район үҙешмәкәр һәм халыҡ театрҙары араһында драма әҫәрҙәрен сәхнәләштереү, халыҡ таланттарын асыу, уларҙы һаҡлау һәм театр сәнғәтенә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ала.

Баймаҡ районында элек-электән үҙешмәкәр драма түңәрәктәре эшләй. Был юлы улар Флорид Бүләковтың “Ярангөл” спектаклен тәҡдим итте.

“Ялҡын” театр һөйөүселәр клубы етәксеһе М. Һунаршина әйтеүенсә, улар 2014 йылда район буйынса үткән “Театр яҙы” конкурсында Туфан Миңнуллиндың “Беҙ бит ауыл малайы” исемле әҫәрен сәхнәләштереп, Гран-при яулаған. Бында төрлө һөнәр эйәләре тупланған, әммә сәхнәгә булған һөйөү, театрҙы яратыу берләштергән уларҙы. Мәҫәлән, лаборантка һәм иретеп йәбештереүсе булып эшләгән ирле-ҡатынлы Гөлсара һәм Булат Кинйәбаевтар, китапханасы Лилиә Ильясова, балалар баҡсаһы мөдире Илмира Мусина, бер генә саранан да ситтә ҡалмаған йырсы, ҡурайсы Сабирйән Байназаров, инженер-электрик Әнүр Ибраһимов, әсәле-уллы Рәйфә һәм Ғайсар Рәхмәтуллиндар, ауыл старостаһы Зөһрә Ғәйнуллина, һатыусы Рита Әбүбәкирова, ирле-ҡатынлы Гүзәл һәм Вадим Биҡҡоловтар, уҡытыусы Зиннур Хәмитов ҙур теләк менән ҡатнаша.


2018 йылда “Ялҡын” дар халыҡ исемен яулай.

Фестиваль йыл аҙағында Өфөнөң М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында ҙур сара менән тамамланасаҡ.


Вернуться назад