Халҡыбыҙҙың тормош-көнкүреш йолаларына бәйле төрлө сараларҙың үтеүе маҡтауға лайыҡ. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, Алтын ҡасабаһында “Әйләнә орсоҡ, әйләнә” тип аталған бик матур фольклор байрамы уҙҙы. Унда Баймаҡ районының Урғаҙа һәм Байыш ауылдары ағинәйҙәре лә ҡатнашты.
– Байрамға йөндән эшләнгән төрлө әйберҙәр күргәҙмәһе әҙерләнде, – ти ойоштороусы Зилә Һаҡмарова. – Халҡыбыҙҙың элек-электән килгән шөғөлө серҙәрен белгәндәр араһында төрлө конкурстар үткәрелде, дебет һәм йөн иләү, сиратыу буйынса маһирлыҡ өлгөләре күрһәтелде. Сара йыр-моң, уйын-көлкө менән аралашып барҙы.
Гармунсы, йырсы, бейеүселәрҙең дәртле сығыштары һәр кемгә дарман өҫтәне, еңеүгә ынтылдырҙы.
Баһалама ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәмдүҙә Илбәкова әйтеүенсә, конкурс юғары кимәлдә ойошторолған. Урғаҙылар, байыштар һәм алтындар ҙур әҙерлек менән килгән: оҫталарҙың ҡулдарында өйөрөлгән орсоҡҡа күҙ эйәрмәй!
Ярыштың еңеүсеһе тип Байыш ауылының “Иҫтәлек” халыҡ фольклор ансамбле танылды. Уның етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Факиһа Таштимерова. Артабанғы урындарҙы “Ялан” һәм “Алтын” фольклор ансамблдәре бүлеште.