Нуриев көндәре бара18.03.2019
Быйыл Рудольф Нуриевтың тыуыуына – 81 йыл. Йыл да 17 мартта балетмейстерҙың Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры янында урынлашҡан барельефына сәскә һалыу матур йолаға әүерелгән.

Сарала театрҙың генераль директоры Илмар Әлмөхәмәтов, баш балетмейстер Леонора Ҡыуатова, театрҙың балет труппаһы артистары, Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы студенттары ҡатнашты.

Шул көндөң кисендә Башҡорт дәүләт һәм опера театрында Шүлгәнташ мәмерйәһе тарихы буйынса “Таштар нимә хаҡында өндәшмәй?” спектакленең премьераһы уҙҙы, “Башҡорт легендалары” хореографик миниатюралары ҡуйылды.

“Нуриев көндәре” фестивале дауам итә, бөгөн “Петербург миҙгелдәре” III сәнғәт фестивале уҙа.



Вернуться назад