Башҡортостан Республикаһы буйлап 8 июндән 12 июнгә тиклем “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивале уҙасаҡ. Быйыл уның географияһы дүрт районға һәм ҡалаларға һуҙылған.
Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Сербия, Көньяҡ Корея, Сенегал, Чили илдәренән килгән ундан артыҡ ижади төркөмдө ҡаршы алыу күҙаллана.
Экскурсиялар, этноихаталар һәм ҡайһы бер райондарҙа күргәҙмәләр, район үҙәктәре һәм ҡала урамдары буйлап парадтар, театр тамашалары ойоштороласаҡ. Сит ил ҡунаҡтары шулай уҡ район һабантуйҙарында ҡатнашасаҡ.
Этнотуризмды үҫтереү маҡсатында беренсегә фестиваль сиктәрендә Этнокөн дә үтәсәк. Фестивалде тантаналы ябыу һәм гала-концерт 12 июндә Өфөлә уҙасаҡ.