Гитарала уйнап йырлаусыларҙы, көйҙәр ижад итеүселәрҙе һәм шиғыр яҙыусыларҙы ғына берләштермәй был фестиваль, ә өс көн дауамында тәбиғәт ҡосағында усаҡ янында музыка тыңлап, төрлө уйындарҙа ҡатнашырға, шәп концерт ҡарарға теләгән сәләмәт тормош рәүеше яҡлы, алдынғы ҡарашлы башҡорт йәштәрен йыя.
1 марттан алып 1 июлгә тиклем “Ҡош юлы” бәйгеһенең беренсе туры уҙасаҡ. Фестивалдә ҡатнашырға теләгәндәр гитарала башҡортса йыр башҡарып, “Бәйләнештә” селтәрендәге “Ҡош юлы” төркөмөнә видеояҙмаһын беркетә, ҡәләм тирбәтеүселәр 8-10 шиғырҙан торған шәлкемен шулай уҡ төркөмдә күрһәтелгән электрон почтаға ебәрә ала. Баһалама ағзалары тарафынан йырсылар һәм ижадсылар араһынан иң-иңдәр һайланып, улар 12-14 июлдә Ишембай районында үтәсәк фестивалдә ҡатнашырға хоҡуҡ аласаҡ.
Шулай уҡ бәйге йыл да тәғәйен бер шағирға арналыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Быйылғы “Ҡош юлы” билдәле башҡорт шағиры Рәшит Назаровҡа арнала, ә уның шиғырына иң матур йыр яҙған башҡарыусы айырым номинацияла билдәләнәсәк.