Өфөлә – "Тере тупраҡ"17.03.2019
Әле Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә – Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артистары.

Улар тамашасыларға Ишмулла Дилмөхәмәтовтың әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Тере тупраҡ” халыҡ драмаһын тәҡдим итә. Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһы проектына ярашлы һәм Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан ҡуйыла.

Әҫәрҙең нигеҙенә милли республиканың тарихы һалынған, халҡыбыҙ яҙмышы бар тулылығында сағылдырыла. Спектаклдә бөтөн ижади труппа ҡатнаша.


Вернуться назад