“Ҡош юлы” ҡошсоҡтары16.03.2019
Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы “Тамыр” телеканалы менән берлектә “Ҡош юлы. Балалар” проектын төшөрә башланы.

Был бәйге тамырҙары менән киң билдәле “Ҡош юлы” республика башҡорт бард фестиваленә барып тоташа. Тап ошо сараны ойоштороусылар “Тамыр” менән бергә икенсе йыл рәттән гитарала уйнап йырлаған 17 йәшкә тиклемге һәләтлеләрҙе үҫтерә.

Проектта ҡатнашырға теләгәндәр тәүҙә үҙҙәренең сығышын видеоояҙмаға төшөрөп Интернет селтәренә һала. Араларынан һайлап алынған иң-иңдәр конкурстың телевизион турына эләгә.

Бөгөн иртәнән алып билдәле башҡарыусылар, баһалама ағзалары Тимур Ямалов, Миңзәлә Яхина, Тимур Йосопов, Ренат Абдуллов, Альбина Шәмсетдинова, Илгиз Муллағәләмов һәм Ришат Сөләймәнов ҡатнашыусыларҙың йырлағанын тыңлап, уларҙы үҙ командаларына тупланы. Быларҙың барыһы ла “Тамыр” телеканалы тарафынан камераға төшөрөлдө.

“Ҡош юлы. Балалар” проектында ҡайһылыр командаға эләккән һәр кем артабан үҙ остазы менән май айында тәбиғәт ҡосағында үтәсәк гала-концертҡа әҙерләнәсәк.


Вернуться назад