Театр йылы штандарты Әбйәлилгә юлланды15.03.2019
Театр йылына арналған республика милли театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә.

Ошо көндәрҙә Бөрйәндең Яңы Усман мәҙәниәт йортонда эстафета әбйәлилдәргә тапшырылды. Байрамда Бөрйән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары А. Әлибаков, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Р. Фәттәхов, билдәле башҡорт драматургы, прозаигы Н. Ғәйетбаев һәм башҡалар ҡатнашты.

Әбйәлилдәр Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” спектаклен (режиссеры – Резеда Юлдашева) сәхнәләштереп, тамашасы һөйөүен яуланы.


Вернуться назад